Өфөлә ял көндәре йәрминкәһе ойоштороласаҡ

Ошо ял көндәрендә Өфөлә йәрминкәләр ойоштороласаҡ. Ҡала халҡының был йәрминкәләрҙә республика етештереүселәренән сифатлы һәм саф продукция һатып алыу мөмкинлеге бар. ​​​​​​​

Өфөлә ял көндәре йәрминкәһе ойоштороласаҡ

Ошо ял көндәрендә Өфөлә йәрминкәләр ойоштороласаҡ. Ҡала халҡының был йәрминкәләрҙә республика етештереүселәренән сифатлы һәм саф продукция һатып алыу мөмкинлеге бар.

Ауыл хужалығы йәрминкәләре киләһе адрестар буйынса үтәсәк:

20 октябрь:

- Интернациональ һәм Машина эшләүселәр урамдары киҫешкән ерҙә, Калинин районы;

- Мушников һәм Б. Баландин урамдарында (Мушников урамы, 11), Калинин районы;

- Солтанов урамы, 2-се йорт янындағы трамвай ҡулсаһы майҙанында, Ленин районы;

- Әхмәтов урамы буйлап «Тулҡын» скверы янындағы майҙанда, Ленин районы;

- Рабкоров урамы, 3, 5, 7 йорттары ҡаршыһындағы майҙанда, Киров районы;

- Спорт һарайы майҙанында (Р. Зорге урамы, 41), Октябрь районы;

- Беренсе Май урамы, 14, С. Орджоникидзе исемендәге майҙанда, Орджоникидзе районы;

- Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 21, Йәштәр һарайы майҙанында, Совет районы.

21 октября:

- Рабкоров урамы, 3, 5, 7 йорттары ҡаршыһындағы майҙанда, Киров районы;

- Интернациональ һәм Машина эшләүселәр урамдары киҫешкән ерҙә, Калинин районы;

- Мушников һәм Б. Баландин урамдарында (Мушников урамы, 11), Калинин районы;

- Спорт һарайы майҙанында (Р. Зорге урамы, 41), Октябрь районы;

- Беренсе Май урамы, 14, С. Орджоникидзе исемендәге майҙанда, Орджоникидзе районы.

 

Республика ауыл хужалығы етештереүселәрен йәрминкәләрҙә ҡатнашырға саҡырабыҙ.

Йылы һауа торошо тороуы менән бәйле йәрминкәләрҙә ит, һөт кеүек продукттарҙы һатыу тыйыла.

Эш ваҡыты иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 4-кә тиклем.

Баш ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын йәрминкәләргә саҡырабыҙ!


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA