Салауат Хөсәйенов Өфө ҡалаһының һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын тикшерҙе

2018 йылдың 16 октябрендә Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Салауат Хөсәйенов һәм муниципалитет вәкилдәре һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының, шулай уҡ, 51-се поликлиникаһының һәм 5-се травмпункт дауаханаһының эшен тикшерҙеләр. Был объекттарҙы Башҡортостан Республикаһы башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Фәрит улы Хәбиров ҡушыуы буйынса ҡаранылар.

Эш сәфәре барышында Салауат Хөсәйенов дауаханаға килеүселәр һәм медицина персоналы менән аралашты. Ул ярҙам күрһәтеү, пациенттарҙы ҡабул итеү, уларға ярҙам һәм кәңәштәр биреү һорауҙары менән ҡыҙыҡһынды.

Дауаханаға килеүселәрҙең төп мөрәжәғәте врачҡа яҙылыу ауырлыҡтары менән бәйле, сөнки теркәү бүлегендә ҡабул итеү графигы бер аҙнаға алдан тулған. Шул арала, дауаханала пациенттар бик аҙ ине. Медицина учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре аңлатыуынса, дауаханаға килеүселәрҙең күплеге иртәнге ваҡытта күҙәтелә.

Шулай уҡ, муниципалитет вәкилдәренең иғтибарын тағы бер нимә йәлеп итте – обедттан һуңғы ваҡытта поликлиникаларҙа сикләнгән специалисттар аҙ. Ә эшләгән кешеләрҙең һаулыҡ һаҡлау учреждениеһына көндөң беренсе яртыһында барыу мөмкинселеге юҡ.

Бындай тикшереүҙәрҙе Өфө ҡалаһының райондары хакимиәте башлыҡтары ла үткәрә. Йомғаҡлау буйынса мәғлүмәттәр дөйөмләштереп, анализланып Башҡортостан Республикаһы Хакимиәте башлығына тапшырыласаҡ.

Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA