Өфөнөң Йәштәр бульварында лифт емерелеүе тураһындағы мәғлүмәт ысынбарлыҡҡа тура килмәй

Бөгөн, 2018 йылдың 17 октябрендә, UfacityNews.ru мәғлүмәт порталы 11 октябрҙә Йәштәр бульварының 5-се йортонда лифт емерелеп төштө, тигән мәғлүмәт баҫтырып сығарҙылар.

Был мәғлүмәт ысынбарлыҡҡа тура килмәй. Был көнөндө, 11 октябрҙә, лифт туҡтай. Ремонт эштәре өсөн тиҙ арала тейешле белгестәр урынға сығалар. Бер нисә сәғәт дауамында лифт эшләй башлай. Лифттың туҡтап ҡалыу сәбәбе - шахтаға сит әйберҙең (сепрәктең) эләгәүе.

Журналистарға мөрәжәғәт итәбеҙ! Уҡыусыларға тулы мәғлүмәт биреү һәм ысынбарлыҡҡа тура килмәгән мәғлүмәт таралмаһын өсөн яңылыҡтарҙы баҫыу алдынан Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән өҫтәлмә мәғлүмәттәр, аңлатмалар һоратып алдыуығыҙ һорала.

Матбуғат хеҙмәте бүлегенең телефоны: (347) 279-05-62, электрон почтаһы: pressa@ufacity.info.

Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA