Республика көнө менән!

Ысын күңелдән һеҙҙе Республика көнө – Башҡортостан Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһындағы Декларацияһын ҡабул итеүгә 28 йыл тулыу менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Республика көнө менән!

Хөрмәтле өфөлөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары!

Ысын күңелдән һеҙҙе Республика көнө – Башҡортостан Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһындағы Декларацияһын ҡабул итеүгә 28 йыл тулыу менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Был йылдаҙа Башҡортостандың артабанғы үҫеше өсөн ҙур иҡтисади һәм рухи өлкәләрҙә үҙгәрештәр башҡарылды. Ҡала халҡының йәшәү сифатын яҡшыртыуҙа һәм баш ҡаланың тышҡы йөҙөн яңыртыуҙа ҙур эштәр алып барылды.

Бөгөн өфөлөләрҙең хеҙмәт һөҙөмтәһе асыҡ күренә. Баш ҡалабыҙ иҡтисади, социаль һәм мәҙәни үҫеш күрһәткестәре буйынса Рәсәйҙең миллионлы ҡалалары араһында алдынғы урындарҙы биләй. Өфө тағы ла матурыраҡ һәм тормош өсөн уңайлылыраҡ ҡалаға әйләнде. Йылдан йыл Өфөлә балалар күбәйә, халыҡтың тәбиғи артыуы билдәләнә.

Бөгөнгө көндә Өфөлә ҡала мөхитен төҙөкләндереүгә, сифатлы һәм хәүефһеҙ юлдар булдырыуға йүнәлтелгән бер нисә федераль проекттар тормошҡа ашырыла, ҡала йәмәғәт киңлектәрен һәм күп фатирлы йорт ихаталарын төҙөкләндереү, йәшелләндереү буйынса эштәр алып барыла.

Баш ҡаланың бөтә ҡаҙаныштары – производство коллективтарының, Өфө ойошмаларының һәм учреждениеларының, хөрмәтле ветерандарҙың көсөргәнешле эшмәкәрлегенең оло тырышлыҡ һөҙөмтәһе.

Инанабыҙ, был юҫыҡта беҙ тыуған республикабыҙҙың һәм уның баш ҡалаһының мәнфәғәте өсөн дөйөм йорттобоҙҙо һаҡлап, яңыртып, камиллаштырып хеҙмәт итәсәкбеҙ.

Өфөлөләргә ҡоростай һаулыҡ, тыныслыҡ, именлек теләйбеҙ. Башҡортостан, баш ҡалабыҙ мәнфәғәте өсөн эшләгән эштәрендә тик уңыштар юлдаш булһын.

Байрам менән!

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте

 


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA