Өфөлә реконструкциянан һуң 1-се лицей асылды

Бөгөн Республика көнө алдынан, күләмле реконструкциянан һуң 1-се лицей үҙ ишектәрен асты. Ул Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған объекттар исемлегенә инә.

Бөгөн Республика көнө алдынан, күләмле реконструкциянан һуң 1-се лицей үҙ ишектәрен асты. Ул Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған объекттар исемлегенә инә.

Был әһәмиәтле көндө лицейҙың педагогик составын, шулай уҡ уҡыусыларҙы һәм ата-әсәләрҙе Башҡортостан Республикаһы башлығы Рөстәм Хамитов, Башҡортостан Республикаһы мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова, Өфө ҡалаһы ҡала округа Хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Салауат Хөсәйенов ҡотланылар.

- Бөгөн яңы лицей стеналарынды яңы тормош, яңы хәрәкәт башлана. Мин һеҙҙең Лицей тарихын беләм, ул билдәле, атаҡлы, тип һанала, ысынлап та беренселәр рәтендә тора. Шулай оҙон-оҙаҡ йылдар беренсе булығыҙ. Был лицейҙан беҙҙең республикабыҙ өсөн бик күп билдәле кешеләр сыҡҡан. Башҡортостан өсөн етди, көслө, аҡыллы кешеләр әҙерләгән традициялар, лицейҙың төп эшмәкәрлеге булып торасаҡ, – тип билдәләне үҙенең сәләмләү һүҙендә Башҡортостан Республикаһы башлығы Рөстәм Хәмитов.

Артабан ҡунаҡтар башланғыс кластар, биология, физика, хеҙмәт кабинеттарын, ашхананы ҡаранылар, педагогик коллективы менән аралаштылар.  Барлыҡ уҡыу кластары ла интерактив программа-аппарат комплексы менән йыһазландырылған. Дәрестәр үткәреү өсөн Votum тест системаһы, электрон баһалау технологияһы системаһы, дөйөм белем биреү предметтары буйынса электрон дәреслектәр, электрон дидактик материалдар ҡулланыла. Лицейҙа уҡыусылар электрон көндәлеккә индерелгән.

Һуңынан ҡунаҡтар спортзалды ла ҡарап үттеләр. Бында «Минең атайым барыһынан да яҡшыраҡ!» тигән социаль проект сиктәрендә район ярыштары үтте. Улар физик культура һәм спорт дәрестәре аша ғаилә мөнәсәбәттәрен нығытыуға йүнәлтелгән. Спорт уйындарында балалар һәм ата-әсәйҙәр ҡатнашты.

Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә «СУ-10» төҙөүселәр компанияһы ҙур эш башҡарҙылар – үҙгәрештәр лицейҙың тышҡы ҡиәфәтендә генә түгел, ә эске ҡиәфәтендә лә күренә. Төҙөкләндереү эштәре барышында тулыһынса яңы дүрт ҡатлы бина төҙөлдө, биш ҡатлы корпус яңыртылды һәм лицей терреторияһы йәшелләндерелде. Лицей бинаһында хәҙер ике спортзал, ритмика һәм хореография залдары, китапхана, 315 кешелек тамаша залы һәм башҡа уҡыу өсөн кабинеттар бар. Төҙөкләндерелгән лицей 775 кешегә иҫәпләнелгән, элеккегә ҡарағанда ул ике тапҡырға күберәк.

1-се лицей үҙ тарихын 1920 йылдан алып бара һәм үҙ эшенең иҫ киткес һөҙөмтәһе менән дан тота. Һуңғы йылдарҙа мәктәп уҡыусылары бер нисә тапҡыр республика һәм бөтә Рәсәй олимпиадаларында еңеү яуланы. Бөгөнгө көндә лицейҙа физика һәм математика, физика һәм химия, информационн-технологик профилле уҡытыуҙар тормошҡа ашырыла. Шулай уҡ, хәҙерге заман технологияларының белем биреүҙә ярҙам итеү фонды «Мәктәп–Юғары уҡыу йорто» менән берлектә эштәр ойошторған.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA