Өфөлә «Сифатлы һәм хәүефһеҙ юлдар» проекты сиктәрендә  юлдар ремонтлау дауам итә

Өфө ҡалаһында «Сифатлы һәм хәүефһеҙ юлдар» өҫтөнлөклө проектты тормошҡа ашырыу сиктәрендә  юлдар ремонтлау дауам итә. 2018 йылда урам-юл селтәрҙәренең дөйөм оҙонлоғо 81,5 саҡрым һәм майҙанына 1,1 миллион квадрат метр булған 52 объектта ремонт буйынса эштәр алып барыла. Ремонт үткәрелгән участкаларҙа юл билдәләрен һыҙыу ҡаралған.

Проект сиктәрендә экономия иҫәбендә дөйөм оҙонлоғо 6,6 саҡрым булған 3 объектты ремонтлау буйынса өҫтәмә саралар планлаштырылған: Октябрь проспекты СССР-ҙың 50 йыллығы урамынан Шәфиев урамына тиклем, Өфө – Шакша (Перспектива урамы) автомобиль юлы, Ҡуласа урамында Конституция урамынан Ульянов урамына тиклем участкала. Перспектива урамында ремонт эштәре 2018 йылдың август айында башланды һәм 2019 йылда тамамланасаҡ.

Дөйөм алғанда, әлеге ваҡытта объекттарҙа 88 проценттан артыҡ ремонт яһалған, бөтә 55 участкала ла аралаш эштәр ҡабул ителгән. 31 объектта юл билдәләре һыҙылған, 49 объектта асфальттың өҫкө ҡатламы һалынған.

Бөтә объекттарҙа ремонт-ара ваҡытты арттырыу маҡсаты менән Superpave технологиялары ҡулланыу ҡаралған. Был технология төҙөлөш материалдарын, климат шарттарын һәм интенсив хәрәкәтте иҫәпкә алып, асфальттың оптималь составын һайлап алырға ярҙам итә.

Көн һайын урам һәм юлдарҙы ремонтлау буйынса бөтә объекттарҙа ла «Өфө ҡалаһын төҙөкләндереү буйынса заказсы һәм техник күҙәтеү хеҙмәте» муниципаль бюджет учрежденияһы башҡарылған эштең сифатын тикшерә.

Контроль эштәре ер төҙөлөшө эштәренән башлап асфальт йәйеүгә тиклем һәр этапта башҡарыла.

Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA