Өфө ҡалаһында Әҙеһәм Исҡужин исемендәге 9-сы балалар музыка мәктәбе өсөн яңы бина төҙөлә

Муниципалитет эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе -  социаль әһәмиәтле объекттар төҙөү һәм уңайлы ҡала мөхитен булдырыу. «Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына йөҙ объекттар» проекты сиктәрендә Өфөлә Әҙеһәм Исҡужин исемендәге 9-сы балалар музыка мәктәбе өсөн яңы заманса бина күтәрелде. Ул Ленин районының затон биҫтәһендәге Чкалов һәм Союз урамдары киҫешкән ерҙә урынлашасаҡ.

9-сы балалар музыка мәктәбе йәш өфөлөләрҙе башҡарыу оҫталығының  нигеҙҙәренә һәм музыка сәнғәтенә 1966 йылдан алып өйрәтә. Элек ул Пожарский урамында урынлашҡан булған, һуңынан уҡыу йорто 2016 йылдың Әхмәтов урамындағы йортҡа күсерелә.

Әлеге мәлдә музыка мәктәбендә 295 уҡыусы 16 белем биреү программаһы буйынса уҡый. Балалар менән 40 уҡытыусы эшләй. Мәктәптә өс хор, халыҡ инструменттары оркестры эшләп килә, скрипка класы үҫешә. Йыл һайын уҡыусылар һаны арта, шуның менән бергә яңы уҡыу кабинеттары ихтыяжы ла арта.

Яңы мәктәп майҙаны 1500 метрҙан ашыу өс ҡатлы бина буласаҡ. Бында 17 индивидуаль һәм төркөм дәрестәре үткәрер өсөн төҙөкләндерелгән кабинеттар, заманса концерт залы планлаштырыла.

Бөгөнгө көндә кәртәләнгән һәм  иғтибарлылыҡ билдәләре менән йыһазландырылған төҙөлөш майҙансығында свай ҡағыу эштәре бара. Был биналарҙың ышаныслылығы һәм ныҡлылығы  өсөн яуап бирә.

Шаршамбы көндө Өфө ҡалаһының Ленин районы Хакимиәте вәкилдәре, БР капиталь төҙөлөш Идаралығы һәм «Башгражданстрой» тресы ҡатнашлығында күсмә оператив кәңәшмә үтте. Был сарала ҡатнашыусылар әлеге этаптағы төҙөлөш мәсьәләләрен ҡаранылыр.

Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA