Уҡытыусылар көнө менән!

Был байрам һәр ваҡыт йылылыҡ һәм рәхмәт һүҙҙәре менән билдәләнә. Элек-электән уҡытыусы һөнәре – иң хөрмәтлеләрҙең һәм ҡәҙерлеләрҙең береһе. Уҡытыусыға барыһы ла ярҙам һәм кәңәш һорап килә, ул ысынында белем һәм мәҙәниәт эйәһе тип һанала.

Уҡытыусылар көнө менән!

Хөрмәтле уҡытыусылар, мәғариф учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре, педагогик хеҙмәт ветерандары!

Һөнәри байрамығыҙ – уҡытыусылар көнө менән иң йылы һәм ихлас ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Был байрам һәр ваҡыт йылылыҡ һәм рәхмәт һүҙҙәре менән билдәләнә. Элек-электән уҡытыусы һөнәре – иң хөрмәтлеләрҙең һәм ҡәҙерлеләрҙең береһе. Уҡытыусыға барыһы ла ярҙам һәм кәңәш һорап килә, ул ысынында белем һәм мәҙәниәт эйәһе тип һанала.

Һеҙҙең тормоштоң иң ҡатмарлы проблемаларын ғәҙел һәм намыҫлы хәл итеүегеҙ, йәш быуынға төплө белем биреүегеҙ, ҡала һәм республика үҫешенә ҙур өлөш индереүегеҙ баһалап бөткөһөҙ.

Бөгөнгө көндә мәғариф системаһында 12 мең самаһы педагогтар эшләй.  Яңы уҡыу йылында 160 йәш педагог эш башланы. Талантығыҙ, ныҡышмалы хеҙмәтегеҙ арҡаһында беҙҙең ҡала мәктәптәре иҫ киткес тырыш һәм белемле уҡыусыларға бай.

Йыл һайын баш ҡала уҡытыусылары һөнәри конкурстарҙа иң юғары һөҙөмтәләргә өлгәшәләр. Уларҙың уңыштары һәм бүләктәре – ул, беренсе сиратта, уҡыусыларҙың ҡаҙаныштары. Өфө мәктәп уҡыусыларының олимпиада, ижади конкурстарҙа  уңышлы сығыш яһауҙары, уларҙың юғары әҙерлек кимәле тураһында һөйләй.

Һуңғы йылдарҙа баш ҡалала мәктәпкәсә белем биреү системаһын модернизациялау,  дөйөм һәм өҫтәмә белем биреү системаһын интеграциялау буйынса ҙур эш үткәрелә. Йыл һайын яңы балалар баҡсалары һәм мәктәптәр асыла, булған учреждениялар яңыртыла, уҡыусыларға ял итеү өсөн мөмкинлектәр булдырыла, педагогтарҙың хеҙмәт һәм көнкүреш шарттары яҡшыртыла.

Ҡәҙерле уҡытыусылар!

Һеҙ белем, мәҙәниәт, юғары кешелек ҡиммәттәре һәм идеалдары эйәһе булараҡ, изге миссияғыҙҙы намыҫлы башҡараһығыҙ. Һеҙ балаларҙы үҙ аллы ҡарарҙар ҡабул итергә, ижади һәләт, уй-фекергә, үҙ-үҙенә ышанырға өйрәтәһегеҙ. Был – һеҙҙең яуаплы һөнәр үҙенсәлектәре. Һеҙ киләсәктә ҡала һәм республика яҙмышын билдәләгән белемле, рухлы йәштәр үҫтерәһегеҙ.

Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ өсөн иң ихлас рәхмәт һүҙҙәрен белдерәбеҙ. Йәш уҡытыусылар өсөн өлгө булып торған,  үҙенең булмышына тәрән тоғролоҡ өлгөһө булған мәғариф ветерандарына баш эйәбеҙ.

Ысын күңелдән һеҙгә һаулыҡ, ижади эҙләнеүҙәр, юғары маҡсаттарға өлгәшергә һәм йәмғиәттә танылыу табырға теләйбеҙ!

Байрам менән!

 

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA