29 сентябрҙә Өфөлә экологик өмәләр ойоштороласаҡ

29 сентябрҙә Өфөлә ҡала территорияһын йәшелләндереү буйынса беренсе көҙгө экологик өмәләр үтәсәк.

29 сентябрҙә Өфөлә экологик өмәләр ойоштороласаҡ

29 сентябрҙә Өфөлә ҡала территорияһын йәшелләндереү буйынса беренсе көҙгө экологик өмәләр үтәсәк.

Был көндә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәре, предприятиелар һәм ҡала ойошмалары хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ әүҙем ҡала халҡы, йәштәр һәм студенттар ҡала территорияһын төҙөкләндерергә сығасаҡтар.

Көҙгө өмәнең төп маҡсаты – баш ҡаланы ҡышҡа әҙерләү, уны сүп-сарҙан таҙартыу, ҡойолған япраҡтарҙы йыйыу, яр буйы зонаһын тәртипкә килтереү, парктарҙы, скверҙарҙы, юлдарҙы, ихаталарҙы төҙөкләндереү.

Өмәлә һәр теләгән кеше ҡатнаша ала, бының өсөн ихата алдын йыйыштырырға йәки өмәгә сыҡҡандарға ҡушылырға мөмкин.

Киң мәғлүмәт саралары вәкилдәрен экологик сараларҙы яҡтыртырға саҡырабыҙ.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA