«Тауҙар кешеләр шикелле...»

Халҡыбыҙҙың бөйөк шағиры арабыҙҙа юҡлығына йылдар үтте. Тик мәңгелек беҙҙең менән ҡала.
21 сентябрь – Мостай Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһында хәтер көнө үтте. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең арабыҙҙан китеүенә 13 йыл булыу айҡанлы гимназияла «Тауҙар кешеләр шикелле...» тип исемләнгән сара үтте. Хәтер кисәһенә Башҡортостан Яҙыусылар союзы етәксеһе Зәки Әлибаев һәм яҙыусы, сәйәхәтсе Камил Зиганшин саҡырылды. Уларҙың әҙип тураһындағы хәтирәләре, уҡыусыларға булған кәңәш-теләктәре бик фәһемле һәм файҙалы булды. Камил Фаруҡша улы етәкселегендәге төркөм Ҡабардин-Балҡар илендә Мостай Кәрим түбәһен билдәләүе һәм ошо сәйәхәт хаҡында үҙенең мауыҡтырғыс итеп һөйләүе барыһына ла оҡшаны. Ә иң оҡшағаны, әлбиттә, уҡыусыларҙың күңелдәрен биреп Мостай Кәрим шиғырҙарын һөйләүе булды. Халҡыбыҙҙың бөйөк шағиры арабыҙҙа юҡлығына йылдар үтте. Тик мәңгелек беҙҙең менән ҡала. Мостай мәңгелеге! Әҙип беҙҙең күңелдәрҙә йәшәй. Мостай Кәрим үҙе әйткәнсә: «Донъя һәм ил иҫән. Йән үлмәгән. Иртәгәгә кәрәк ынтылырға!»
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA