Өфөлә МАГтың XXVI сессияһы һәм «Хәүефһеҙ ҡала. Комплекслы ҡараш» халыҡ-ара форумы үтәсәк

2018 йылдың 20-22 сентябрь көндәрендә Өфөлә халыҡ-ара баш ҡалалар һәм СНГ дәүләттәренең ҙур ҡалалар Ассамблеяһы Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте менән берлектә XXVI сессияһын һәм «Хәүефһеҙ ҡала. Комплекслы ҡараш» тигән халыҡ-ара форумын үткәрәләр. Сессия  Ассамблеяның 20 йыллығына арналған.

Форум эшендә МАГтың ағзалары, ҡала етәкселәре, ООН-Хабитат вәкилдәре, СНГның башҡарма комитеты, Федераль Йыйылышының Федерация Советы һәм Дәүләт Думаһының профилле комитеттары етәкселәре, ҡала-ара берләшмәләр, эксперт һәм фәнни ойошмалар вәкилдәре ҡатнашыуыҙары көтөлә.

Ассамблеяның XXVI  сессияһының көн тәртибендә: 2017-2018 йылдарҙағы МАГтың эшмәкәрлеге тураһында отчет, етәкселек органдарын һайлау, МАГтың эшмәкәрлегенең өҫтөнлөктәрен билдәләү, МАГтың 2019 йылға саралар планы һәм башҡа мәсьәләләр.

Форумда хәүефһеҙлек проблемаларына комплекслы ҡараш, шул иҫәптән ҡала тотороҡло үҫешенә шарттар булдырыу, милләт-ара һәм конфессия-ара татыулыҡ тәьмин итеү, ҡала инфраструктураһының хәүефһеҙлеге һәм экологик хәүефһеҙлек мәсьәләләре һәм башҡа темалар ҡараласаҡ.

Форум программаһында: пленар ултырыш, халыҡтың финанс грамоталылығы мәсьәләһенә арналған секция, ҡала мөхитендә социаль һәм мәҙәни киңлеген булдырыу мәсьәләләренә арналған секция.

Форум сиктәрендә Өфө ҡалаһы хакимиәтенең һәм ҡала ойошмаларының ҡала мөхитен комплекслы хәүефһеҙлек менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән эшмәкәрлек тәжрибәһе менән танышыу ҡаралған.

Киң мәғлүмәт саралары вәкилдәрен был сараны яҡтыртырға саҡырабыҙ.

Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA