«Ҡашҡаҙан» паркында үткән «Милләттәр кросында» 4,5 мең өфөлөләр ҡатнышты

15 сентябрҙә «Ҡашҡаҙан» мәҙәниәт һәм ял паркында Бөтә Рәсәй йүгереү көнө «Милләттәр кроссы» уҙҙы. Ҡатнашыусылар ике километрлыҡ дистанцияла көстәрен һынаны. Сараны асыу тантанаһында Октябрь районы Хакимиәте башлығы урынбаҫары Руслан Нәсретдинов, Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәтенең Физик культура һәм спорт буйынса идаралығы начальнигы вазифаһын башҡарыусы Сергей Степанов ҡатнашты. 

Стартҡа 4,5 мең уҡыусылар, предприятие һәм ойошма хеҙмәткәрҙәре, спорт ветерандары сыҡты. 

- Ярышта күп кеше ҡатнашыуына ғәжәпләнәм, – ти уҡыусылар ярышы араһында еңеүсе Аделина Кладчихина. – Дәғүәселәр бик көслө һәм шуға ла был һөҙөмтә минең өсөн ҡиммәтле. 

Ярыштың призерҙары Рәсәй Спорт министрлығының дипломы һәм миҙалдары менән бүләкләнде, ә еңеүселеләргә иҫтәлекле кубоктар тапшырылды. 

Сараны ойоштороусылар – Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәтенең физик культура һәм спорт буйынса идаралығы, Өфөнөң «Спортты үҫтереү үҙәге». 

Бөтә Рәсәй йүгереү көнөндә ярыштар ҡаланың тағы ла бер-нисә районында уҙҙы. 

Ғөмүмән, бөтә ил буйынса бөгөн был акцияға 1,5 миллиондан ашыу кеше ҡушылды.

Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA