Ирек Ялалов Өфө студенттары активы менән осрашыу үткәрҙе

Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы Ирек Ялалов юғары профессиональ мәғариф белем биреү етәкселәре һәм ҡаланың студенттар активы менән осрашыу үткәрҙе. 

Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы Ирек Ялалов юғары профессиональ мәғариф белем биреү етәкселәре һәм ҡаланың студенттар активы менән осрашыу үткәрҙе. 

- Бөгөнгө көндә студентлыҡ айырым мөхит үҫеше булып тора. Республиканың баш ҡалаһы креатив, талантлы һәм инициативалы йәштәре менән ғорурлана ала. Өфөнөң киләсәге яҡты, сөнки бында йәшәү өсөн уңайлы шарттар булдырыла, – тине сәләмләү һүҙендә Ирек Ялалов. 

Уҙған йылда «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Ҡала мөхите» федераль проекты сиктәрендә 105 күп фатирлы йорттарҙың 81 ихатаһы төҙөкләндерелде. Бар майҙаны 160 мең квадрат метр тәшкил итә. Ә быйыл 2018 йылда был программа буйынса 80 күп фатирлы йорттарҙың 55 ихатаһы яңыртыласаҡ. 

Шулай уҡ «Өфө ихатаһы» территорияларҙы төҙөкләндереү проекты ашырыла. Уҙған йылда 72 ихата төҙөкләндерелгән булһа, быйыл тағы ла 69 ихата ремонтланасаҡ. 

Һуңғы дүрт йыл эсендә 300-гә яҡын ихатала яңы бала уйын һәм спорт комплекстары барлыҡҡа килде. 

Ирек Ялалов республиканың баш ҡалаһы урамдарында капиталь ремонт буйынса эштәр үткәреү тураһында ла ентекләп һөйләп үтте. 

- Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ярҙамы менән 2017 йылда Өфөлә «Сифатлы һәм хәүефһеҙ юлдар» проекты буйынса 30 урам-юл селтәре ремонтланды. Быйыл, иһә, тағы ла күләмле эштәр алып барыла. Бөтәһе 55 урам ремонтланасаҡ. Әгәр беҙ алдағы өс-дүрт йылда был темптарҙы һаҡлай алһаҡ, Өфө юлдары күпкә сифатлы буласаҡ. Өфөлөләр ҙә был эштең һөҙөмтәһен һиҙер, – тип билдәләне Ирек Ялалов. 

Осрашыу барышында Ирек Ялалов студенттарҙың ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына ла яуап бирҙе.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA