Өфөлә «Йәй һәм китап – 2018» – «Йәй көндәрендә уҡы» ҡала конкурсына йомғаҡ яһаласаҡ

2018 йылдың 15 сентябрендә Өфөлә «Йәй һәм китап – 2018» – «Йәй көндәрендә уҡы» ҡала конкурсының еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтәсәк. 

Иҫегеҙгә төшөрөп китәбеҙ, был конкурс 1 июндән алып 21 августҡа тиклем Рәсәйҙә Ирекмәндәр һәм волонтерҙар йылы һәм Башҡортостанда Ғаилә йылы сиктәрендә уҙғарылды. Конкурстың девизы «Был донъяны үҙгәртеү өсөн беҙ тылсымға мохтаж түгел, бының өсөн китап бар!». 

Конкурстың ойоштороусылары – Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәтенең Мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралығы һәм Үҙәкләштерелгән балалар китапханалары системаһы. 

Конкурста 6 йәштән 16 йәшкә тиклем йәш китап уҡыусылары ҡатнашты. Ҡатнашыусылар араһында тематик һәм һөнәри конкурстар, «Йәй кубогы» ғаилә турниры, волонтерҙар командалары араһында чемпионат уҙғарылды. 

Үткәреү ваҡыты һәм урыны: «Родина» кинотеатры, башлана 11.00 сәғәттә. 

Мәғлүмәттәрҙе (347) 276-61-87 телефон номеры буйынса белергә мөмкин.

Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA