Өфөлә көҙгө субботниктар башлана

Башҡортостандың баш ҡалаһы урамдарының тышҡы ҡиәфәтенә, төҙөкләндереүенә, таҙалығына ҙур иғтибар бүленә. Ғөмүмән, ҡалала йәшәү өсөн тейешле һәм уңайлы шарттар булдырыла. Торлаҡ-коммуналь хеҙмәткәрҙәре көн һайын тәүлек әйләнәһенә, ял көндәрһеҙ үҙҙәренә бүленеп биргән биләмәләрҙе таҙарталар.

17 сентябрҙән башлап Өфөлә официаль рәүештә көҙгө субботниктар старт ала. Биләмәләрҙе таҙартыу өмәләре 21 октябргә тиклем дауам итәсәк. Шәмбе, 29 сентябрь көнө, көҙгө дөйөм ҡала өмәһе үтәсәк.

Экологик айлығы ваҡытында Өфөлә юлдар, тротуарҙар, кәртәләр, ҡоймалар, кварталдарҙың эске территориялары төҙөкләндереләсәк һәм таҙартыласаҡ.

Бөтә ҡала учреждениелары һәм шәхси ойошмалары үҙҙәренең биләмәләрендә экологик субботниктар уҙғарырға һәм территорияһын таҙа тоторға бурыслы.

Бындай саралар йыл да уҙғарыла, унда мәктәп уҡыусыларынан алып ҙур компания һәм корпорацияларҙың етәкселәренә тиклем, барыһы ла ҡатнаша, ләкин төп эштәр торлаҡ-коммуналь хеҙмәткәрҙәренә төшәсәк. Көҙгө таҙартыу эштәрендә баш ҡалала йәшәүсе һәр кеше үҙ өлөшөн индерергә ала.

Шулай уҡ санитар йомалар һәм өмәләр үҫеп килгән быуындың үҙенең тыуған төйәгенә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләргә ярҙам итә.

Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA