Ирек Ялалов Ленин майҙанында фонтан төҙөү барышын тикшерҙе

Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы Ирек Ялалов Ленин майҙанында фонтан төҙөү барышын тикшерҙе. Фонтан түңәрәк формалағы сәғәтте һынландырасаҡ. Һандар махсус тумбаларға төшөрәләсәк. 

Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы Ирек Ялалов Ленин майҙанында фонтан төҙөү барышын тикшерҙе. Фонтан түңәрәк формалағы сәғәтте һынландырасаҡ. Һандар махсус тумбаларға төшөрәләсәк. 

Фонтан ағымы бейеклеге буйынса айырылып, иң көслөһө – ваҡытты күрһәтәсәк. Киске ваҡытта фонтанды яҡтыртыу ҡаралған. 
Әлеге ваҡытҡа объектта инженер коммуникацияһы эштәре тамамлана. Шулай уҡ, фонтандың бетон нигеҙе һалына. 

Фараз ителеүенсә, яңы фонтан кешеләрҙең тағы ла бер матур ял итеү урынына әйләнәсәк. 

Төҙөү барышын тикшергәндән һуң, Ирек Ялалов подрядсы ойошмаһына фонтан тирәһен төҙөкләндереү һорауҙарына ҙур иғтибар бүлергә ҡушты. Атап әйткәндә, сифатлы итеп асфальт һалырға һәм эскәмйәләр урынлаштырырға бойорҙо.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA