Өфөлә «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» проекты буйынса бөтә участкаларҙа юл ремонт эштәре алып барыла

Өфө агломерацияһында «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» өҫтөнлөклө проектын тормошҡа ашырыуы дауам ителә. Быйыл 2018 йылда проект сиктәрендә барлығы 70 урам-юл селтәре участкалары ремонтланасаҡ, шуларҙың 55 Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһында. Әлеге ваҡытта бөтә участкаларҙа ла ремонт эштәре бара һәм уларҙың башҡарылғанлығы 70 процентҡа яҡын.

15 объектта юл разметкалары һыҙыу эштәре тамамланды, 20 объектта асфальттың өҫкө ҡатламы йәйелә, 45 – аҫҡы ҡатламы.

Шул 55 участкыларҙың өсөһө конкурс процедуралары ярҙамында бюджет сығымдарын кәметеү арҡаһында төҙөкләндерелә – Октябрь проспекты (СССР-ҙың 50 йыллығы урамынан алып Шәфиев урамына тиклем), Ҡулса урамы (Конституция урамынан Ульяновтар урамына тиклем) һәм Перспективалы урам.

Ремонт эштәре Superpave яңы технология менән эшләнә. Белгестәр әйтеүенсә, яңы юл түшәме үҙенең сифаты менән айырыла һәм ул оҙаҡ йылдар хеҙмәт итәсәк. Шулай уҡ, быйыл «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» проекты буйынса Өфөлә 21 фотовидеофиксация камералары барлыҡҡа киләсәк. Улар Әй, Карл Маркс, Зәки Вәлиди, Беренсе май урамдарында һәм Октябрь проспектында ҡуйыласаҡ.

Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA