Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә яңы спорт комплексы булдырылды

Урам тренажерҙары «Аныҡ эштәр» проекты сиктәрендә булдырыла. Йәйге осорҙа биләмәлә төҙөкләндереү эштәре башҡарыла. Гагарин урамы, 23-сө һанлы йортта йәшәүселәр спорт комплексы барлыҡҡа килеүенә ҡыуанып бөтә алмай.
Байрам сиктәрендә ҡунаҡтарға уйындар, конкурстар үткәрелде. Теләгәндәр иһә шахмат турнирында үҙ көстәрен һынаны. Балалар һәм ололар яңы тренажерҙарҙа шөғөлләнеп ҡаранылар. Саранан барыһы ла ҡәнәғәт ҡала. Билдәләп үтергә кәрәк, ошо аҙнала Өфө йылғаһының яр буйында, шулай уҡ, Йәштәр бульварында спорт комплекстары булдырылды.
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA