Октябрь районында "Ерәндәр көнө" ойошторола

7 сентябрҙә "Башҡортостан" Лайфстайл үҙәге алдында ҡыҙыҡлы сара үтәсәк - унда ерән сәсле өфөлөләр йыйыла.
Октябрь районында "Ерәндәр көнө" ойошторола
Ерән сәсле кешеләрҙән тыш, байрамға ерән төҫтәге дүрт аяҡлы дуҫтарыбыҙ ҙа тупланасаҡ. Сарала ҡатнашыусылар өсөн мауыҡтырғыс программа әҙерләнгән. Улар төрлө номинациялар буйынса ярыштарҙа ла ҡатнаша ала, байрамда иң оҙон ерән сәслеләр, иң бөҙрә ерән сәслеләр билдәләнәсәк. Һирәк осрай торған сәс төҫөнә эйә булғандар араһында тотош ғаиләләр ҙә бар, байрам сараһына уларҙың да килеүе көтөлә. "Ерәндәр көнө"нә арналған программа саралары киске етелә башлана.
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA