Өфөлә «ArtСреда» мәҙәни проекты тамамланды

Йәйҙең һуңғы көндәрендә «ArtСреда» мәҙәни проекты баш ҡалабыҙ халҡына һәм ҡунаҡтарына тығы ла йыр һәм моң байрамы бүләк итте. Проект сиктәрендә уҙғарылған иң һуңғы концерт программалары 2018 йылдың 29 авгусында Өфө ҡала парктарында үтте.

Йәйҙең һуңғы көндәрендә «ArtСреда» мәҙәни проекты баш ҡалабыҙ халҡына һәм ҡунаҡтарына тығы ла йыр һәм моң байрамы бүләк итте. Проект сиктәрендә уҙғарылған иң һуңғы концерт программалары 2018 йылдың 29 авгусында Өфө ҡала парктарында үтте.

Мәжит Ғәфури исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы сәхнәһендә Ҡала мәҙәниәт һарайы солистары – Дияна Ишниязова, Артем Тарадайко, Радмир Хәсәнов, Алина Ғатауллина, Карина Низамова һәм Ашот Бабаджанов башҡарыуында популяр йырҙар ҡабат яңғыраны.

Шулай уҡ Иван Яҡутов исемендәге паркы ҡунаҡтарына «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле музыка байрамы кәйефе бүләк итте.  Ансамбль артистары Вадим Тякмин, Гүзәл Аҫылбаева, Вадим Хәбиров, Рәшит Иҙрисов, Венера Юлгильдина Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телендә төрлө йырҙар башҡарҙылар. Ә Юнир Сағынбаев, Зәлиә Ғаниатуллина һәм Морат Джанизаков ҡурай һәм ҡыл-ҡумыҙҙа матур көйҙәр уйнап паркка килеүселәрҙе  шатландырҙылар. Урыҫ халыҡ йырҙарын «Забава» урыҫ халыҡ инструменттары ансамбле солистары Арина Трофимова һәм Алена Завьялова башҡарып киттеләр.

«ArtСреда» мәҙәни проекты баш ҡалабыҙҙың парктарында май айынан уҙғарылып килде. Шул ҡыҫҡа арауыҡ эсендә ул күп кешеләрҙең иғтибарын йәлеп итте. Аҙнаның һәр шаршамбы көнөндә баш ҡалабыҙ халҡы һәм ҡунаҡтары тәғәйенләнгән ваҡытҡа ҡала парктарына яҡшы кәйеф алыр өсөн ашыҡтылар.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA