Өфөлә Ҡорбан байрамына бағышланған саралар уҙғарыласаҡ

Ҡорбан ғәйете – иң мөһим мосолман байрамдарының береһе. Ул Хаж тамамланыуын белдерә, зөлхизә айының 10-сы көнөндә, йәғни ураҙанан һуң 70 тәүлек үткәс байрам ителә һәм өс-дүрт тәүлеккә һуҙыла. Быйыл Ҡорбан байрамы 21 август көнөнә тура килә. Башҡортостан Республикаһында был көн рәсми рәүештә ял көнө тип иғлан ителгән.

Ҡорбан ғәйете – иң мөһим мосолман байрамдарының береһе. Ул Хаж тамамланыуын белдерә, зөлхизә айының 10-сы көнөндә, йәғни ураҙанан һуң 70 тәүлек үткәс байрам ителә һәм өс-дүрт тәүлеккә һуҙыла. Быйыл Ҡорбан байрамы 21 август көнөнә тура килә. Башҡортостан Республикаһында был көн рәсми рәүештә ял көнө тип иғлан ителгән.

21 августа Өфө ҡалаһының бар мәсеттәрендә (Дим районының «Мәҙинә» мәсете, Инорс микр. «Мәҙинә» мәсете, Беренсе йәмиғ мәсете, «Ләлә-Тюльпан» мәҙрәсә-мәсете, «Ихлас» мәсете, «Ғофран» мәсете, «Хәмзә Хажи» мәсете, «Фатихә» мәсете, «Рамаҙан» мәсете, Тимашево ауылының «Дания» мәсете, Максимовка ауылының «Асия» мәсете, Нижегородка микр. «Мөнирә» мәсете, Ноғай ауылы мәсете, Шакша биҫтәһе мәсете, Иҫке Турбаҫлы мәсете, Мәрйәм Солтанова ис. мәҙрәсә) һәм намаҙ залдарында (Дағстан урамы, 10/2-се йортта, Сельская Богородская урамы, 45/1-се йортта һәм Октябрҙең 40 йыллығы урамы, 9/1-се йортта) иртәнге байрам намаҙы үткәрелә.

Иртәнге намаҙҙан һуң сәғәт 11-ҙән алып 17-гә тиклем «Ватан» этник ауыл паркында «Ферзь эшлекле клубы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы ойошторған «Ҡорбан Хәләл Fest – 2018» сараһы уҙасаҡ. Сарала көрәш, волейбол, уҡтан атыу, регби, пейнтбол буйынса ярыштар үткәреләсәк. Тамашысаларҙы шулай уҡ бай йөкмәткеле концерт программаһы һәм байрам былауы көтә.

Ҡорбан салдырырға теләгән кешеләр өсөн Зинин ҡасабаһы янында урынлашҡан «Каруан» сауҙа үҙәге территорияһында 21-23 август көндәре Башҡортостан Республикаһы Ветеринария идаралығы тәҡдиме буйынса махсус майҙансыҡ ойоштороласаҡ. Баш ҡала мәсеттәре һәм мосолман ойошмалары вәкилдәре ислам ҡанундарына ярашлы итеп ҡорбан салдырыу мөмкинлектәре тыуҙырһа, төрлө ауырыуҙарҙы иҫкәртеү маҡсатында республика һәм ҡала ветеринария хеҙмәттәре ҡорбан малын ентекле тикшереп торасаҡ.

Ҡорбан салыу – шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек билдәһе булып тора. Был көн мосолмандарға ғөсөл ҡойоноп байрамса кейенеү тейешле. Йола буйынса байрам ашын туғандар, яҡындар, күршеләр менән уртаҡлашалар. Байрам көндәрендә шулай уҡ мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу, уларҙың ҡәберен зыярат ҡылыу күркәм ғәҙәт һанала.

ҠӨфөлөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары өсөн 21 август көнө Өфө ҡалаһының ҙур мәсеттәренән «Каруан» сауҙа үҙәгенә тиклем өҫтәмә йәмәғәт танспорты маршруттары төҙөлгән.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA