76 йылдан һуң миҙал үҙ геройын тапты

Октябрь һәм Совет райондары буйынса хәрби комиссариатта ветеран Хужа Рәхимҡоловтың "Батырлыҡ өсөн" миҙалы яугирҙың ҡыҙына - Рая Йыһангироваға тапшырылды.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Хужа Рәхимҡолов награданы үҙ ҡулдары менән ала алманы, ул 1982 йылда вафат булған. Һуғыштың утлы ауаздары баҫылһа ла, шаңдауҙары һаман дауам итә. Октябрь районында эҙәрмәндәр менән берлектә яуҙа юғалған һалдаттарҙы эҙләү, уларҙың тапшырылмай ҡалған орден-миҙалдарын ҡайтарыу буйынса байтаҡ эш алып барыла. "Батырлыҡ өсөн" миҙалы Хужа Рәхимҡоловты 1942 йылдан алып эҙләй. Новгород өлкәһенең Званка ауылы эргәһендәге ауыр алыштарҙа ҡатнвшырға тура килә беҙҙең яҡташыбыҙға. Дошмандың траншеяһына үтеп инеп, ул фашисттарҙы гранаталар менән юҡ итә, бандаждан килеп сыҡҡан 11 немецты автоматтан атып үлтерә. Рая Йыһангирова өсөн атаһының миҙалы бик ҡәҙерле. - Ул беҙҙең ғаиләбеҙҙең аманаты булып, быуындан-быуынға тапшырыласаҡ, - ти ул.
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA