Өфөлә беренсе тапҡыр башҡорт ҡымыҙы фестивале үтәсәк

Өфө ҡалаһы Совет районында “Ҡымыҙсылар-2018” фестивале үтәсәк. Фестивалдә төрлө райондарҙан 15 ҡымыҙ етештереүсе үҙенең подуктын тәҡдим итәсәк.
Өфөлә беренсе тапҡыр башҡорт ҡымыҙы фестивале үтәсәк
Өфө ҡалаһы Совет районында “Ҡымыҙсылар-2018” фестивале үтәсәк. Фестивалдә төрлө райондарҙан 15 ҡымыҙ етештереүсе үҙенең подуктын тәҡдим итәсәк. Сара 19 августа И.Якутов исемендәге паркта буласаҡ. Ҡымыҙ йәрминкәһе 11.00 сәғәттән кискә тиклем дауам итәсәк. Фестевалдең рәсми асышы 16.00 сәғәткә планлаштырылған. Сара барышында республиканың төрлө төбәктәрендә етештерелгән тиҫтәләгән ҡымыҙ төрөн ауыҙ итергә мөмкинселек буласаҡ. Программала: - Ҡымыҙ аллеяһы. - Бал аллеяһы. - Сувинирҙар һәм башҡорт халҡының традицион аш-һыуҙары аллеяһы. - Концерт, конкурстар, уйындар һым ҡымыҙ уйнатыласаҡ. - “Ҡымыҙҙың тарихы һәм Башҡортостанда ҡымыҙ менән дауаланыу” фотокүргәҙмәһе. - Фотозона. Был йәмле байрамда бөтә ғаилә менән килеп, ҡыҙыҡлы һәм шифалы тауарҙар һатып алырға, һәм ваҡытығыҙҙы файҙалы уҙғарырға мөмкин. Фестивалдең организаторҙары – Өфө эшҡыуары Вадим Йомабаев һәм Өфө ҡалаһы Совет районы Хакимиәте.
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA