IX Өфө йәйге Корпоратив уйындарына йомғаҡ яһалды

2018 йылдың 12 авгусында «Динамо» стадионында Өфө хакимиәте башлығы Кубогына IX Өфө йәйге Корпоратив уйындары үтте. Ярышта Өфө ҡалаһының 49 предприятие һәм ойошмалар хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

2018 йылдың 12 авгусында «Динамо» стадионында Өфө хакимиәте башлығы Кубогына IX Өфө йәйге Корпоратив уйындары үтте. Ярышта Өфө ҡалаһының 49 предприятие һәм ойошмалар хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

Көн дауамында һигеҙ дисциплиналарҙа иң көслө командалар билдәләнде: баскетбол 3x3, дартс, еңел атлетика (эстафета 4x100 м), мини-футбол, йөҙөү (эстафета), арҡан тартыу, пуля менән атыу һәм шахмат.

Ярыш ике төркөм араһында уҙҙы: хеҙмәткәрҙәр һаны 500 кешенән ашыу булған предприятиялар араһында һәм 500-ҙән кәм булған.

Беренсе төркөм (хеҙмәткәрҙәр һаны 500 кешенән ашыу булған предприятиялар):

1-се урын – «Башнефть-Эшкәртеү»;
2-се урын –
«Башнефть-Табыш» ЯСЙ;
3-сө урын –
«Башҡортостан Республикаһы буйынса ЯҠХ 22 отряды» ФДҠУ.

 

Икенсе төркөм (хеҙмәткәрҙәр һаны 500-ҙән кәм булған предприятиялар) :

1-се урын – «Башспирт» АЙ;
2-се урын – «БР Өфө ҡалаһы ҡала округының Янғын хәүефһеҙлеге идаралығы» МБУ;
3-сө урын – «БР Өфө ҡалаһы ҡала округының Граждандарҙы һаҡлау идаралығы» МБУ.

Еңеүселәрҙе Баш ҡала хакимиәтендә бүләкләйәсәктәр. Уларға төп приз тапшырыласаҡ – Өфө ҡала хакимиәте башлығы Кубогы.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA