«Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы»нда дискуссия майҙансығы эшләне

Дискуссия майҙансығы эшен тамаша залында мәғариф министры Гөлназ Радмил ҡыҙы башлап ебәрҙе.
2018 йылдың 8 авгусында Өфө ҡалаһы ҡала округының «Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы»нда «Милли мәғариф: бөгөнгө көн һәм үҫеш перспективалары» темаһына мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһенең дискуссия майҙансығы эшләне. Был дискуссияла эксперттар Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министры Гөлназ Радмил ҡыҙы Шафиҡова, Башҡортостан Республикаһы Йыйылышы- Ҡоролтайының мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса Комитеты рәйесе Айытҡолова Эльвира Ринат ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһы мәғарифы өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идараһы начальнигы урынбаҫары Яримов Альберт Марат улы, Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары, педагогия фәндәре кандидаты Мөхәмәтйәнова Ғәлиә Мөхтәр ҡыҙы, Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы (конгресы) Башҡарма комитетының баш белгесе Кузбәкова Рәйсә Абдрахман ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының милли мәғариф, региондар менән хеҙмәттәшлек һәм уҡыу әсбаптарын нәшер итеү бүлеге начальнигы Розалия Расих ҡыҙы Сәфиуллина, райондар һәм ҡалаларҙың бүлек мөдирҙәре, методистары, белгестәре, дөйөм белем биреү организацияларының директорҙары, туған тел уҡытыусылары, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән килгән ҡунаҡтар ҡатнашты. Дискуссия майҙансығы эшен тамаша залында мәғариф министры Гөлназ Радмил ҡыҙы башлап ебәрҙе. Артабан спорт залында «Туған тел: уҡытыу тәжрибәһе һәм уҡытыу методикаһын камиллаштырыу (Туған телдәрҙе уҡытыу концепцияһын әҙерләү сиктәрендә)» темаһына донъяуи кафе ойошторолдо. Был кафеның мадераторы булып «Занин һәм Со» үҫтереү үҙәгенең идара итеүсе партнеры, Европа коучинг асссоциацияһының мастер коучы педагогия фәндәре кандидаты Занин Дмитрий Сергеевич һәм уның 12 модератор ярҙамсыһы сығыш яһаны. Ун ике өҫтәлдең өсөһөндә модератор ярҙамсылары булып Киров районы уҡытыусылары ҡатнашты. Өсөнсө өҫтәлдең модератор ярҙамсыһы булып «Төнъяҡ-көнсығыш зонаһында туған телдәрҙә уҡытыу һәм туған телдәрҙе өйрәнеү» темаһы буйынса Өфө ҡалаһы «Мостай Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһы»ның башланғыс кластар буйынса директор урынбаҫары Шәкирова Элмира Йәнтимер ҡыҙы, бишенсе өҫтәлдең модератор ярҙамсыһы булып «Урал аръяғы, көнсығыш зонаһында туған телдәрҙе өйрәнеү» темаһы менән Башҡортостан Республикаһының «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2018» еңеүсеһе Өфө ҡалаһы «5-се лицейы»ның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Нәҙерғолова Нурзилә Дәүләтгәрәй ҡыҙы, алтынсы өҫтәл модератор ярҙамсыһы булып «Төньяҡ-көнбайыш зонаһында туған телдәрҙе өйрәнеү» темаһы менән Өфө ҡалаһы «160-сы лицейы»ның директоры Сәлихов Илнур Рифат улы эшләнеләр. Артабан Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлы Гөлназ Радмил ҡыҙы Шафиҡова Мәғариф хеҙмәткәрҙәрен бүләкләне. Мәғариф министрлығының рәхмәт хаттарына Киров районында балаларға белем биргән Өфө ҡалаһының 18-се мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зәбдинова Әлфиә Муса ҡыҙы, Өфө ҡалаһы «Мостай Кәрим исемендәге 158-се гимназияһы»ның рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Исҡужина Лилиә Рәил ҡыҙы һәм Мортазина Ләйсән Ришат ҡыҙы, Өфө ҡалаһы «5-се лицейы»ның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Нәҙерғолова Нурзилә Дәүләтгәрәй ҡыҙы, Өфө ҡалаһы «3-сө гимназияһы»ның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Садыҡова Гөлназ Мөхәмәт ҡыҙы лайыҡ булды. Майҙансыҡтың һуңында республиканың туған телдәре уҡытыусылары өсөн алдынғы туған тел уҡытыусыларының оҫталыҡ кластары һәм «2018-2019 уҡыу йылында Башҡортостан Республикаһы белем биреү ойошмаларында дәүләт һәм туған телдәрҙе өйрәнеү ойоштороуҙың көнүҙәк мәсьәләләре» темаһына мәғариф өлкәһендә идара итеүсе урындағы үҙидара органдары методистары һәм белгестәре өсөн түңәрәк өҫтәл ойошторолдо.
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA