Өфөлә ҡорбан байрамына әҙерлек буйынса күсмә кәңәшмә уҙҙы

9 август көнө Өфө ҡалаһы Октябрь районының Зинино ҡасабаһы янындағы «Каруан» сауҙа үҙәге эргәһендә Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов етәкселегендә ҡорбан байрамы ваҡытында ҡорбан салыу берҙәм майҙансыҡта ойоштороу хаҡында күсмә кәңәшмә уҙҙы.

9 август көнө Өфө ҡалаһы Октябрь районының Зинино ҡасабаһы янындағы «Каруан» сауҙа үҙәге эргәһендә Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов етәкселегендә ҡорбан байрамы ваҡытында ҡорбан салыу берҙәм майҙансыҡта ойоштороу хаҡында күсмә кәңәшмә уҙҙы.

Кәңәшмәгә Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы дәүләт конфессия мөнәсәбәттәр советы рәйесе һәм рәйес урынбаҫары Вячеслав Пятков менән Марат Фаттахов, Башҡортостан Республикаһы Ветеринария идаралығы начальнигы Азат Йыһаншин, Өфө ҡала ветеринария станцияһы начальнигы Дамир Хузин, Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының диниә назараты рәйесе, мөфтөй Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин, Рәсәй Үҙәк мосолмандар диниә назаратының Ғилми советы ағзаһы, Өфө ҡалаһының Беренсе йәмиғ мәсете имам-хатибы Әхмәд Әхмәров, «Меркурий» СҠК башҡарма директоры Елена Әхмәтова, «Каруан» СҮ башҡарма директоры Фәнилә Ғәлләмова, Өфө ҡалаһының райондар хакимиәттәренең башлыҡтары урынбаҫарҙары, Өфө ҡалаһы хакимиәте структураһының вәкилдәре һәм ошо берҙәм майҙансыҡта ҡорбан салырға теләк белдергән Өфө ҡалаһының мосолман дини ойошмаларының етәкселәре саҡырылды.

Кәңәшмә барышында Өфө ҡалаһына рөхсәт ителмәгән мөгөҙлө ваҡ малдарҙы индермәү, байрам көнө ҡаланың иң ҙур мәсеттәренән «Каруан» сауҙа үҙәгенә йәмәғәт транспортын йышайтыу, ҡорбан малынан биологик ҡалдыҡтарын утилизациялау, йәмәғәт тәртибен һаҡлау, йәмәғәт туҡланыу урындарын булдырыу һәм башҡаһы тураһында һорауҙар күтәрелде.

Бөгөнгө көнгә килгәндә «Каруан» сауҙа үҙәге янындағы майҙансыҡта 13 мосолман ойошмаһы байрам көндәрендә ҡорбан салыу теләген белдерҙе. Улар өсөн айырым рәүештә 15 август практик семинар үткәреләсәк.

Иҫкәртеп үтәбеҙ, Башҡортостан Республикаһы Ветеринария идаралығы мөрәжәғәте буйынса 2018 йылдың 5 июнь көнө Өфө ҡалаһы хакимиәте ҡарамағындағы дәүләт конфессия мөнәсәбәттәре һорауҙары һәм дини ойошмалар менән үҙ-ара бәйләнеш буйынса комиссияһының ултырышында Ҡорбан байрамында ҡорбан салыуҙар берҙәм майҙансыҡта үткәрергә кәрәк тигән ҡарар ҡабул ителде. Берҙәм майҙансыҡ итеп Өфө ҡалаһы Октябрь районының Зинино ҡасабаһы янындағы «Каруан» сауҙа үҙәге ере һайланды.

Ҡорбан байрамы быйыл 21 -23 август көндәрендә байрам ителәсәк. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарары менән 2018 йыцлдың 21 август көнө рәсми рәүештә ял көнө итеп раҫланған.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA