09.08.2018
759
11 һәм 12 августта Республиканың баш ҡалаһында Буяу фестивале үтәсәк.
Бөтә Рәсәй Буяу фестивале – ул мәктәп уҡыусылары, студенттар, ғаиләләр, хатта пенсионерҙар өсөн уникаль ял итеү байрамы.
Һәр бер сәғәт һайын алып барыусы командаһы буйынса киң буяу залптары буласаҡ. Сәхнәлә иң яҡшы ҡала кавер-төркөмдәре, шулай уҡ популяр диджейҙар сығыш яһаясаҡ.
Был матур сарала ҡатнашыусылар бер-береһен сағыу төҫтәргә буяй. Шулай уҡ фестивалдә ҡатнашыусылар уңайы өсөн фуд-корт зоналары урынлаштырыласаҡ.
Фестиваль «Беренсе май» паркында ойошторола. Сарала һәр теләгән кеше ҡатнаша ала. Инеү бушлай. Башлана 14.00 сәғәттә.