Комсомол урамындағы ихатала асфальт түшәлә башланы

"Заманса ҡала мөхитен формалаштырыу" программаһы сиктәрендә Комсомол урамының 157-се һәм 159 -сы һанлы йорттарҙа йәшәүселәр төҙөкләндерелгән ихаталы буласаҡ.
Төҙөүселәр ихатала яңы бордюрҙар ҡуйғандан һуң, асфальт түшәү эштәрен башлап ебәргән. - Был аҙнала эштәрҙе тулыһынса тамамлап, кешеләргә яңырған ихата тапшырырға ниәтләйбеҙ, - ти "Горизонт" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе урынбаҫары Азат Ғәлләмов. Быйыл Октәбрь районында 29 ихата ремонтлана. Төҙөүселәр эштәр барған ваҡытта ҡала халҡына транспорт сараларын ихатаға ҡуймауҙарын һорап мөрәжәғәт итә. Ремонт тамамланғандан һуң да, асфальт берекһен, полимерланһын өсөн, яҡынса бер тәүлек тирәһе яңы асфальт һалынған майҙанға үтмәү кәңәш ителә.
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA