И. Яҡутов исемендәге «Тирмәләр ҡаласығы» уникаль этно-проеты эшләп килә

Өфө ҡалаһы халҡының һәм ҡунаҡтарының республикабыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәре менән яҡындан танышыу мөмкинселектәре бар. 2018 йылдың 12 июненән И. Яҡутов исемендәге паркында «Тирмәләр ҡаласығы» уникаль этно-проекты эшләп килә.
Өфө ҡалаһы халҡының һәм ҡунаҡтарының республикабыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәре менән яҡындан танышыу мөмкинселектәре бар. 2018 йылдың 12 июненән И. Яҡутов исемендәге паркында «Тирмәләр ҡаласығы» уникаль этно-проекты эшләп килә. Ете тирмәлә заманса һәм традицион милли кейем, ҡурай, ҡумыҙ һәм тәбиғи таштан эшләнгән биҙәүес әйберҙәре тәҡдим ителгән. Башҡорт ашамлыҡтарынан һәм эсемлектәренән ауыҙ итергә мөмкин: буҙа, ҡымыҙ, сәк-сәк, бал. «Беҙҙең төп маҡсат – килгән ҡунаҡтарҙы республика халҡының йолалары менән таныштырыу, башҡорт традицион биҙәүестәрен, аш-һыуҙарын пропагандалау. Бында традицион этник күлдәк, тәбиғи таш ҡулланылған боронғо биҙәүестәр күрһәтелгән. Беҙҙең тирмәләрҙе Ҡытай Республикаһынан, Польша, Ҡаҙағстан һәм Рәсәй ҡалаларынан ҡунаҡтар килеп күргәне бар», - тип һөйләне проект етәксеһе Айгөл Иҙелбаева. Һәр шаршамбы паркка килеүселәр өсөн «киске уйын», шиғри кисәләр үткәрелә. 19 августа ойоштороусылар «КымыҙFest» үткәрергә планлаштырғандар. «Тирмәләр ҡаласығын» 11.00-21.00 сәғәттә август аҙағына тиклем килеп ҡарарға мөмкин.
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA