Ф.Х. Мостафина исемендәге Өфө ҡала башҡорт гимназиһы коллективын яңы етәксе менән таныштырҙылар

Бөгөн Өфө ҡалаһы Совет районының Хакимиәт башлығы Урал Килсенбаев Ф.Х. Мостафина исемендәге Өфө ҡала башҡорт гимназиһы коллективын яңы етәксе менән таныштырҙы. Гимназияның директоры итеп Ғәлиәнова Зөлфиә Басыр ҡыҙы тәғәйенләнде.

Бөгөн Өфө ҡалаһы Совет районының Хакимиәт башлығы Урал Килсенбаев Ф.Х. Мостафина исемендәге Өфө ҡала башҡорт гимназиһы коллективын яңы етәксе менән таныштырҙы. Гимназияның директоры итеп Ғәлиәнова Зөлфиә Басыр ҡыҙы тәғәйенләнде. Зөлфиә Басыр ҡыҙы 1993 йылда башланғыс кластар һөнәре буйынса Белорет педегогия училищеһын тамалаған. Һуңынын 2008 йылда - башҡорт теле һәм әҙәбите, рус теле һәм әҙәбиәте һөнәре буйынса Башҡорт дәүләт университеты, 2012 йылда – юрист һөнәре буйынса Башҡортостан Республикаһы Президенты янындағы Башҡорт дәүләт хеҙмәте һәм идаралығы академияһы, 2016 йылда – мәғариф өлкәһендә идара итеү программаһы буйынса РФ Президенты янындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы. Хеҙмәт юлын Өфө ҡалаһының 39-сы гимназияһында башҡорт теле уҡытыусыһы булып башлаған. Белорет ҡалаһында халыҡ мәғарифы идаралығында методист булып эшләгән. 2010-2018 йылдарҙа Белорет ҡалаһының Я. Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының директор вазифаһын үтәгән. 2015 йылда «Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы» исеме менән бүләкләнгән.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA