Һауа-десант Ғәскәрҙәре Көнө менән

Хөрмәтле һуғышсылар-десантсылар, ветерандар!

Һауа-десант Ғәскәрҙәре Көнө менән

Хөрмәтле һуғышсылар-десантсылар, ветерандар!

Бөтә күңелдән һеҙҙе  Рәсәй Һауа-десант Ғәскәрҙәре Көнө менән ҡотлайым!

Һауа-десант Ғәскәрҙәре хоҡуҡлы рәүештә Рәсәй армияһының иң яҡшы вәкилдәренән һанала. “Ҡанатлы пехота” һуғышсылары иң мөһим һәм яуаплы бурыстарҙы үтәй, алдынғы сафтарға беренселәрҙән булып сыға.  

“Зәңгәр береттарға” хас батырлыҡ,  ҡаһарманлыҡ, ғәйрәт, ғәййәрлек һәм хәрби оҫталыҡ һәр ваҡыт ҡуйылған бурысты теүәл уңышлы үтәлеүҙең нигеҙе булып тора. Был хаҡта Һауа-десант Ғәскәрҙәренең данлы тарихының һәр бер бите иҫкә төшөрә.

Беҙҙең ҡалала Һауа-десант ғәскәрҙәренә айырым мөнәсәбәт.  Меңәрләгән яҡташыбыҙ хәрби хеҙмәтте уның сафтарында үтте һәм әлеге ваҡытта үтә.

Һауа-десант ғәскәрҙәренең хәрби юлы күп данлы еңеүҙәр менән билдәләнгән. Десантсылар Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында данлыҡлы алыштылар, Ҡыҙыу нөктәләрҙә хәрби бурыстарын үтәне. Беҙ Чечняла һәм Югославияла һуғышҡан – парашют-десант полк менән һәм мотоуҡсылар бригадаһы менән етәкселек иткән, Грозный өсөн алыштарҙа ҡатнашҡан һәм Гудерместы азат итеүҙә ҡатнашҡан Рәсәй Геройы генерал-майор Өфө егете Сергей Заһит улы Тулиндың батырлығы хаҡында яҡшы беләбеҙ.

Өфө халҡы яҡташ-десантсыларҙы Рәсәй Геройҙары Александр Доставаловтың, Артур Ҡорбанғәлиев изге хәтерен һаҡлай. Өфөлә Доставаловтың исеме Еңеү паркындағы памятникта уйылған, Ә Өфөләге Артур Ҡорбанғәлиев бала сағында йәшәгән Урман проездындағы йорттоң стенаһында хәтер таҡтаһы урынлаштырылған. Бөгөнгө десантсылар, ветерандар ҡалабыҙҙың именлеге һәм хәүефһеҙлегенә, йәштәргә патриотик тәрбиә биреү буйынса үҙҙәренең өлөштәрен индерәләр втатанды буласаҡ яҡлаусыларға хәрби антҡа тоғролоҡ, бер-береңә ярҙам итеү, хәрби дуҫлыҡ традицияларының сағыу миҫалдары өлгөләре  булып торалар. Ышанам киләсәк тә шулай булыр.

Үҙ тормошон Һауа-десант ғәскәрҙәре менән бәйләгәндәргә ныҡлы һаулыҡ, тыныс күк, Ватаныбыҙ хаҡына яңы уңыштар теләйем!

 

Башҡортостан Республикаһы

Өфө ҡалаһы ҡала округы

Хакимиәте башлығы                                                                                          И.И.Ялалов


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA