Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика йырсылар конкурсы иғлан ителде

Сара 20 июндән 15 ноябргә тиклем үткәрелә. 21 сентябрҙән 31 октябргә ҡәҙәр ҡатнашыусыларҙы тыңлау ҡаралған. 1-15 ноябрҙә конкурсҡа йомғаҡ яһала.
Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика йырсылар конкурсы иғлан ителде
Сара 20 июндән 15 ноябргә тиклем үткәрелә. 21 сентябрҙән 31 октябргә ҡәҙәр ҡатнашыусыларҙы тыңлау ҡаралған. 1-15 ноябрҙә конкурсҡа йомғаҡ яһала. Конкурста 18-35 йәшлек махсус белеме булған башҡарыусылар (училище, юғары уҡыу йорто), урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарының йыр бүлеге студенттары ҡатнаша ала. Йырсы Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың әҫәрҙәрен — «Эшсе» операһынан Ниғмәт арияһын, «Сания» операһынан Зыя, Сания арияларын, «Маяковский үлеменә», «Шомло ел» һәм «Сайҡалалар кәмәләр» романстарын һәм йырҙарын башҡарырға тейеш (ҡатнашыусы үҙе һайлай). Ҡатнашыусыға 2018 йылдың 20 июненән 31 авгусҡа тиклем Башҡорт дәүләт филармонияһына ғариза бирергә кәрәк (450052, Өфө ҡалаһы, Гоголь урамы, 58). Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында мәғлүмәт алыу өсөн телефон: 8 (347) 250-12-00. Ғәзиз Әлмөхәмәтов — башҡорт йырсыһы һәм композиторы, музыкаль йәмәғәт эшмәкәре, БАССР-ҙың беренсе халыҡ артисы.
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA