Был көндәрҙә Израилдең Иерусалим ҡалаһында 52-се Халыҡ-ара балалар уйындары үтә. Был ярыштарҙа Өфөнөң 13 спортсыһы ҡатнаша.
Ярыштарҙың беренсе көнөндә Өфөнөң спортсылары бер рәттән еңел атлетика, дзюдо, фехтование төрөндә миҙал өсөн көс һынашытылар.
Дзюдо төрөндә беҙҙең егеттәр Александр Павлов һәм Наил Гәреев көмөш, Арсентий Воеводин бронза миҙал яулай.
Фехтованиенан Өфөн спортсыһы Эмиль Фәйзиев көмөш миҙал яулай.
Еңел атлетикала Аделина Хөсәйенова 400 метр дистанцияһында беренсе урындан финалға сыға.
Шулай итеп, Башҡортостандың баш ҡалаһы командаһы ярыштарҙың беренсе көнөндә 3 көмөш, 1 бронза миҙал яулай.
Бөгөн фехтование буйынса команда ярыштары уҙасаҡ. Шулай уҡ Аделина Хөсәйенова 400 метр дистанцияһында финал ярышында йүгерәсәк.
Артабанда беҙҙең спортсыларыбыҙға уңышлы сығыш теләйбеҙ!