Өфөлә ҡаланың беренсе электромонтерына арналған скульптура барлыҡҡа килде

Күптән түгел  Өфөлә яңы арт-объект ҡуйылды – ул да булһа беренсе ҡала электромонтерына бағышланған скульптура. Ул «Уфагорсвет» предприятиеһының контроль-үткәреү пункты алдында урынлаштырылды.

Күптән түгел  Өфөлә яңы арт-объект ҡуйылды – ул да булһа беренсе ҡала электромонтерына бағышланған скульптура. Ул «Уфагорсвет» предприятиеһының контроль-үткәреү пункты алдында урынлаштырылды.

Скульптура электромонтаж тырнаҡтарын тағып урам яҡтыртыусы лампаһын алмаштырырға ағас бағанаға менеп барған эш кейемендәге электромонтёр фигураһын һынландыра.

Арт-объектың эскизы Ҡала дизайн үҙәгендә эшләнгән. Уның авторы - Өфө скульпторы Хәлит Ғәлиуллин.

- Скульптура эшләүгә 3-4 аҙна китте. Уның ауырлығы 60-70 кг һәм ул ныҡлы материал һаналған – полимерҙан эшләнгән, шуға күрә әллә нисә тиҫтә йыл хеҙмәт итәсәк, – ти Хәлит Ғәлиуллин.

Скульптурала электромонтерҙың йыйылма образы сағылдырылған. Электромонтер профессияһы  айырыуса мөһим, ҡатмарлы һәм квалификация талап иткәндәрҙән һанала. Был эш даими иғтибарҙы талап итә, бейеклеккә күтәрелеү менән бәйле. Теләһә ниндәй һауа шарттарында ла башҡарылырға тейеш эш.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA