Клавдия Абрамова урамында ихата төҙөкләндерелә башланы

Оҙаҡламай Клавдия Абрамова урамының 6-сы һанлы йортонда йәшәгән өфөлөләр яңы тротуарлы , уңайлы һәм киң парковкалы булып ҡыуанасаҡ.
Оҙаҡламай Клавдия Абрамова урамының 6-сы һанлы йортонда йәшәгән өфөлөләр яңы тротуарлы , уңайлы һәм киң парковкалы булып ҡыуанасаҡ. Ихатала ремонт "Ҡала мөхитен заманса төҙөкләндереү" федераль программаһы буйынса алып барыла. Төҙөүселәр территорияға кәрәкле материалдарҙы килтергән, эштәр башланып тора. - Тәүҙә бордюр таштары алып ташлана, һуңынан асфальттың иҫке ҡатламы ҡуптарыла. Шунан инде майҙан яңы асфальт өсөн әҙерләнә башлай, - тип эш барышы менән Октябрь районы хакимиәтенең торлаҡ өлкәһен координациялау буйынса бүлек етәксеһе Айҙар Сәйфуллин таныштыра. Ихатала 1412 квадрат метрлыҡ майҙанды ремонтлау күҙ уңында тотола. Бөтәһе Октябрь районында йәйге миҙгелдә 29 ихата яңырыу кисерәсәк.
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA