Пляж «Ҡояшлы» - яраткан ял урыны

Быйыл Өфө ҡалаһы Киров районында рәсми рөхсәте булған ял итеү урыны итеп пляж «Ҡояшлы» иҫәпләнә.
Быйыл Өфө ҡалаһы Киров районында рәсми рөхсәте булған ял итеү урыны итеп пляж «Ҡояшлы» иҫәпләнә. Ағиҙел ярында урынлашҡан «Ҡояшлы» пляжы уҙған көн 5550 кешене ҡабул иткән. Һыу инергә рөхсәт бирелгән урындарҙа ҡала халҡы һәм ҡунаҡтарына бар шарттар тыуҙырылған. Ҡотҡарыу хеҙмәте лә эшләй. Әммә, Өфө ҡалаһы Киров районында ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү буйынса етәксе урынбаҫары Сергей Грехов һөйләүенсә, ҡайһы берәүҙәр ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, тыйылған урындарҙа һыу инеүҙе хуп күрә. Уларҙы административ яуаплылыҡҡа тарттырыу ҡаралған.
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA