Өфөнөң Ағиҙел йылғаһы аша үткән төҙөкләндерелгән күперҙән хәрәкәт асылыуы менән бергә, йәнәшәләге яңы күперҙә реверсив хәрәкәт эшләй

Бөгөн сәғәт иртәнге биштән Өфөнөң Ағиҙел йылғаһы үткән төҙөкләндерелгән күперҙән хәрәкәт асылды.

Бөгөн сәғәт иртәнге биштән Өфөнөң Ағиҙел йылғаһы үткән төҙөкләндерелгән күперҙән хәрәкәт асылды.

Автоһәүәҫкәрҙәр иғтибарына әйтеп үтәргә кәрәк, бөгөнгө көндән алып йәнәшәләге яңы күперҙә реверсив хәрәкәт ойошторолдо – иртәнге сәғәттәрҙә дүрт полоса ҡалаға инеү, ике полоса ҡаланан сығыу өсөн, кискеһен иһә – өс полоса ҡаланан сығыу, өс полоса ҡалаға инеү тәғәйенләнә.

Әйтеп үтәргә кәрәк, иҫке күперҙән ике полоса буйынса сығырға мөмкин. Әммә төҙөкләнделегән күперҙән еңел транспорттарға ғына йөрөү рөхсәт ителә. Ҙур машиналарға һәм автобустарға йөрөү ҡәтғи тыйыла. Бынан тыш, күперҙә сәғәтенә 40 километр тиҙлектә генә йөрөргә мөмкин.

Хөрмәтле баш ҡалала халҡы һәм ҡунаҡтар, автоһәүәҫкәрҙәр!

Юл-транспорт ваҡиғаларын булдырмаҫ өсөн, реверсив хәрәкәт ойошторолған яңы күперҙә юл разметкаларына һәм реверсив светофорҙарға иғтибар итергә кәрәк. Иғтибарлы булығыҙ!


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA