Өфөнөң Ағиҙел йылғаһы аша үткән иҫке күперҙең асылыу сәбәпле, ҡаланан көньяҡҡа сығыу транспорт хәрәкәт схемаһы үҙгәрәсәк

Өфөнөң Ағиҙел йылғаһы аша үткән иҫке күперҙә төҙөкләндереү тамамланып хәрәкәт асылыу сәбәпле, 26 июлдә иртәнге сәғәт биштән ҡаланан көньяҡ йүнәлештә сығыу транспорт хәрәкәт схемаһы үҙгәрәсәк.

Иҫке күперҙән ике полоса буйынса сығырға мөмкин буласаҡ. Әммә төҙөкләндерелгән күперҙән үтеү еңел транспортҡа ғына рөхсәт ителәсәк. Ҙур машиналарға һәм автобустарға йөрөү ҡәтғи тыйыла.

Бынан тыш, күперҙә сәғәтенә 40 километр тиҙлектә генә йөрөргә була. Күпергә инер алдынан махсус габаритлы ҡапҡа һәм тейешле юл билдәләре урынлаштырылған. Был ҡағиҙәләрҙең үтәлеүен Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре күҙәтәсәк.

Шулай уҡ һауа температураһы менән бәйле булған сикләүҙәр ҙә бар.  Улар ҡышҡы осорҙа ныҡ һалҡын мәлдәрҙә ҡулланыласаҡ. Был үҙгәрештәр ҡала халҡына киң мәғлүмәт саралары аша еткереләсәк.

Йәнәшәләге яңы Ағиҙел күперендә реверсив хәрәкәт һаҡланасаҡ – өс полоса ҡаланан сығыуға, өс полоса инеү яғына. Кәрәк ваҡытта теге йәки был йүнәлешкә табан полосалар һанын арттырыу мөмкинлеге буласаҡ.

Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA