Өфөлә «Заманса ҡала мөхитен булдырыу» программаһын тормошҡа ашырыу дауам итә

Башҡортостандың баш ҡалаһында «Заманса ҡала мөхитен булдырыу» программаһын тормошҡа ашырыу дауам итә. Быйыл Өфөлә был программа буйынса һикһән йорттоң 55 ихатаһы төҙөкләндереләсәк. 

Башҡортостандың баш ҡалаһында «Заманса ҡала мөхитен булдырыу» программаһын тормошҡа ашырыу дауам итә. Быйыл Өфөлә был программа буйынса һикһән йорттоң 55 ихатаһы төҙөкләндереләсәк. 

Хәҙерге ваҡытта әүҙем ремонт эштәре 34 ихатала алып барыла. 40 % эш тамамланған.

Төҙөкләндереү сиктәрендә ихаталарҙа яңы асфальт түшәлә, юлдар киңәйтелә, бордюр таштары алыштырыла, яңы парковка урындары барлыҡҡа килә. Илле биш ихатала 147 тышҡы яҡтыртыу терәүҙәрен урынлаштырыу планлаштырылған.

Ҡала киңлеген төҙөкләндереү хәкимиәт эшмәкәрлегенең иң мөһим өлкәһенең береһе булып тора. «Заманса ҡала мөхитен булдырыу» проектының төп маҡсаты ҡала халҡы өсөн уңайлы йәшәү шарттарын булдырыу.

Конкурс процедуралары ярҙамында бюджет сығымдарын кәметеү арҡаһында быйыл тағы ла һигеҙ йорттоң 7 ихатаһын төҙөкләндереү өсөн финанс мөмкинлектәр табылды. Әлеге ваҡытта подряд ойошмаларын билдәләү өсөн аукцион иғлан ителгән.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA