Өфөлә «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» программаһы буйынса юлдарҙы ремонтлау дауам итә

Өфөлә «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» өҫтөнлөклө проектты тормошҡа ашырыу дауам итә. 2018 йылда баш ҡала урам-юл селтәренең 55 участкаһын ремонтлау планлаштырылған.

Бөгөнгө көндә 52 объектта ремонт эштәре бара, 47% эш тамамланған. Бер аҙна эсендә башҡарылған эштәр күләме 5-6% артты.

Төҙөкләндереләсәк урамдарҙа техник һыҙаттары булдырыла, асфальт түшәлә, юл разметкалары һыҙыла.

Әлеге көндә өс урам буйынса генераль подрядсы ойошмаларын билдәләү маҡсатында аукцион процедураһы уҙғарыла. Августың тәүге ун көнөндә улар менән контракт төҙөләсәк. Был өс урамда ремонт эштәре быйыл башланып, киләһе йылда тамамланасаҡ.

- Юлдар полотноһын һалыуҙың сифатын күтәреү маҡсатында юлдарҙы ябыу мотлаҡ. Бында тейешле юл билдәләре һәм ҡоймалар урынлаштырыла, – тип билдәләне оператив кәңәшмәлә ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Салауат Хөсәйенов.

Хөрмәтле Өфө халҡы һәм баш ҡала ҡунаҡтары!

Ҡала хеҙмәттәре ремонт осоронда сабырлыҡ күрһәтергә, интерактив сервис менән файҙаланырға, юл күрһәткестәренең талаптарын үтәргә һәм альтернатив юлдар һайларға саҡыра.

Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA