«Һөт иле – 2018» фестиваленә рәхим итегеҙ!

Йыл һайын уҙғарылған VIII Бөтә Рәсәй «Һөт иле – 2018» фестивале быйыл 25 августа Салауат Юлаев майҙанында үтәсәк.

Йыл һайын уҙғарылған VIII Бөтә Рәсәй «Һөт иле – 2018» фестивале быйыл 25 августа Салауат Юлаев майҙанында үтәсәк.

Был фестиваль Өфөлә 2011 йылдан алып ойошторолоп килә. Рәсәйҙә һөт һәм һөт ризыҡтарына бағышланған иң ҙур байрам тип иҫәпләнә. «Һөт иле» төрлө майҙансыҡҡа бүленәсәк, унда һәр кем зауығына ярашлы шөғөлдәр таба аласаҡ.

Был сараны ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығы, Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте, Башҡортостан Республикаһы Сауҙа-сәнәғәт палатаһы һәм Милли һөт етештереүселәр союзы.

Сараның маҡсаты – Башҡортостан етештереүселәрҙең һөт һәм һөт ризыҡтарын ҡулланыуын арттырыу, дөрөҫ туҡланыу һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау.

Быйылғы һөт фестиваленең төп девизы: «Һөт эс тә – позитивта бул».


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA