Спорт һарайы алдында урынлашҡан фермер йәрминкәһе яңы һулыш алды

Спорт һарайы алдында урынлашҡан фермер йәрминкәһенә ҡала халҡы яратып йөрөй. Бында көн һайын меңәрләгән һатып алыусы килә.
Спорт һарайы алдында урынлашҡан фермер йәрминкәһенә ҡала халҡы яратып йөрөй. Бында көн һайын меңәрләгән һатып алыусы килә. Райондың төҙөкләндереү буйынса муниципаль ойошма хеҙмәткәрҙәре иҫке павильондарҙы яңыға алмаштарҙы. - Яңы сатырҙар һауа температураһы үҙгәреүенә бирешмәй торған материалдарҙан эшләнгән һәм һатыусыларға ла, һатып алыусыларға ла уңайлы шарттар тыуҙыра,- ти район хакимиәтенең сауҙаны, йәмғиәт туҡланыуын, хеҙмәттәрҙе координациялау бүлеге етәксеһе Венера Колпакова. Бер сатырҙа һатыу башланған да инде, икенсеһе лә оҙаҡламай эшләй башлаясаҡ. Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре экологик яҡтан таҙа булған продукцияларын туранан-тура ҡала халҡына тәҡдим иткән сауҙа үҙәге һатып алыусыларҙы көн һайын көтә.
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA