Өфөлә беренсе формаль булмаған торлаҡ-коммуналь хужалығы форумы уҙасаҡ

2018 йылдың 10 авгусында Өфөлә беренсе формаль булмаған торлаҡ-коммуналь хужалығы форумы уҙасаҡ.

Өфөлә беренсе формаль булмаған торлаҡ-коммуналь хужалығы форумы уҙасаҡ

2018 йылдың 10 авгусында Өфөлә беренсе формаль булмаған торлаҡ-коммуналь хужалығы форумы уҙасаҡ.

Форум торлаҡ-коммуналь хужалығы өлкәһендәге көнүҙәк мәсьәләләрҙе ҡарау һәм уларҙы бергәләп хәл итеү юлдарын эҙләү мөмкинлеген бирәсәк.

Сарала Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы, Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты,  Тарифтар буйынса дәүләт комитеты, шулай уҡ йәмәғәт һәм ресурстар ойошмаларының вәкилдәре ҡатнашасаҡ.

Форум барышында түңәрәк өҫтәлдәр эшләйәсәк. Унда йылытыу осоронда яңы түләүгә күсеү, торлаҡ-коммуналь хужалығында яңы информацион технологиялар, дөйөм йорт мохтажлыҡтарын кәметеү ысулдары һәм алымдары һәм башҡа һорауҙар күтәреләсәк.

Сығыш яһар өсөн ғаризаларҙы energo@ufacity.info электрон адресына ебәререү мотлаҡ. Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 276-20-73. Теркәлеү өсөн беренсе формаль булмаған торлаҡ-коммуналь хужалығы форумының сайтына күсергә кәрәк.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA