Ирек Ялалов Астанала төҙөлөш һәм ҡала инфраструктураһы объекттарын ҡараны

2018 йылдың 2 июлендә Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов Ҡаҙағстан Республикаһы башҡалаһы Астанала үткән «Global Silk Road» Ебәк юлы илдәре ҡалалары мэрҙары I Форумы сиктәрендә торлаҡ төҙөлөшө һәм ҡала инфраструктураһы объекттарында булды.

2018 йылдың 2 июлендә Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов Ҡаҙағстан Республикаһы башҡалаһы Астанала үткән «Global Silk Road» Ебәк юлы илдәре ҡалалары мэрҙары I Форумы сиктәрендә торлаҡ төҙөлөшө һәм ҡала инфраструктураһы объекттарында булды.

Ирек Ялалов делегация ағзалары менән берлектә, туғандаш ҡалала заманса торлаҡ төҙөлөшө үҙенсәлектәре менән, атап әйткәндә, «Йәшел квартал” торлаҡ комплексы менән танышты. “Йәшел квартал” - ҡала уңайлылығын һәм ҡала ситендәге тормоштоң экологик таҙалығын берләштергән  Европа кимәлендәге уникаль торлаҡ комплексы. Ул парк зонаһы һәм яһалма йылға,   күлдәр тәңгәлендә урынлашҡан.

“Йәшел квартал”  BI Group холдинг һәм «СК Девелопмент» яуаплылығы сикләнгән товарищество дәүләт-шәхси партнерлығы ярҙамы менән төҙөлә. Квартал проекты концепцияһы Европалағы иң ҙур архитектура компанияларының береһе Aedas тарафынан эшләнгән. Квартал биләмәһендәге бөтә төҙөлөш объекттары ла  Leed донья экологик һәм  энергетик йәһәттән һөҙөмтәле төҙөлөш стандартына тура килә.

Йорттар төҙөгәндә юғары тиҙлекле тауышһыҙ  лифттар, “Уңайлы йорт” системаһы, зданиены һаҡлау системаһы һәм зданиеларҙы интернет аша цифрлы видеокүҙәтеү ҡулланыла.  

Комплекс биләмәһендә бөтә кәрәкле социаль-көнкүреш инфраструктураһы  объекттары булдырыу ҡаралған.

Ирек Ялалов комплексты хеҙмәтләндереү системаһы менән ҡыҙыҡһынды. Артабан Өфө делегацияһы LRT – еңел рельслы транспорт проекты презентацияһында булды. Фекер алышыу барышында Ирек Ялалов үрҙә әйтелгән проекттарҙың актуаллеген билдәләне һәм эстакада төҙөүҙе ыңғай баһаланы.

Артабан Ирек Ялалов LRT буйынса эштәр алып барылған объекттарҙың береһендә булды.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA