Өфөлә Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәт хаттары тапшырылды

21 июндә Рәсәй Федерацияһы Президентының Башҡортостандағы ҡабул итеү бүлмәһендә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың «Рәсәй Федерацияһы Президенты һайлауҙарын әҙерләү һәм үткәреү эшендә әүҙем ҡатнашҡан өсөн» Рәхмәт хаттары менән бүләкләү тантанаһы үтте.  

Юғары наградаларҙы РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы  тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабичтың ҡушыуы буйынса РФ Президентының Волга буйы федераль округында тулы хоҡуҡлы вәкиллеге  аппаратының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш федераль инспекторы Михаил Закомалдин тапшырҙы.

Владимир Путин ҡул ҡуйған Рәхмәт хаттары менән бүләкләнеүселәр араһында Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов та бар ине. Өфө һайлауҙар процесын әҙерләү һәм ойоштороу буйынса Волга буйы федераль округында алдынғылар рәтендә, тине, награда тапшырғанда, Михаил Закомалдин.

Әйткәндәй, өфөләр 2018 йылдың 18 мартында Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауҙарҙа  ҡатнашыу йәһәтенән Волга буйы федераль округы һәм илдең миллионлы ҡалалары араһында юғары әүҙемлек күрһәтте.

Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауҙарҙағы юғары күрһәткестәр, граждандар тарафынан, федераль, республика һәм муниципаль властарҙың, илдең, төбәктең һәм ҡаланың эҙмә-эҙлекле социаль-иҡтисади үҫешенә йүнәлтелгән берҙәм эшмәкәрлеге һөҙөмтәһен, ыңғай баһаланыуын дәлилләй.

Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA