Өфөлә “Заманса ҡала мөхитен формалаштырыу” программаһы буйынса 55 ихата төҙөкләндереләсәк

Быйыл Өфөлә “Заманса ҡала мөхитен формалаштырыу” программаһы буйынса 80 күп фатирлы йорттоң йорт алды биләмәһе ремонтланасаҡ.

Быйыл Өфөлә “Заманса ҡала мөхитен формалаштырыу” программаһы буйынса 80 күп фатирлы йорттоң йорт алды биләмәһе ремонтланасаҡ.

Тейешле конкурс процедураларынан һуң билдәләнгән подряд ойошмалары ремонт эштәренә тотондо ла инде. Мәҫәлән, кисә Гагарин урамы,  12/2-се  йорт ихатаһындағы асфальт ҡапланмаһын ремонтлауға әҙерлек эштәре башланды. Проектҡа ярашлы, бында, юлды киңәйтеп, бордюрҙарҙы алмаштырып, яңы асфальт түшәүҙән, парковка урындары майҙанын ҙурайтыуҙан тыш, яңы яҡтыртыу таяуҙары  ҡуйыласаҡ.

Өфөнөң торлаҡ хужалығы идаралығы ҡала халҡын, ихаталарҙа ремонт эштәре  үткән мәлдә ваҡытлыса килеп тыуған ҡыйынлыҡтарҙы аңлап ҡабул итеүҙәрен, автомобилдәрҙе парковкаға ҡуйғанда төҙөлөш техникаһы эшенә ҡамасауламауҙарын һорай.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA