Ураҙа байрамы менән!

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы И.И.Ялаловтың ҡотлауы

Ураҙа байрамы менән!

Хөрмәтле мосолмандар, Өфө халҡы һәм баш ҡала ҡунаҡтары!

Бар күңелдән, бөтә ҡала халҡы исеменән һеҙҙе күркәм ваҡиға – изге Рамаҙан айының тамамланыу һәм Ураҙа байрамы айҡанлы ҡайнар ҡотлайым!

Был көндәрҙә мосолмандар ҡунаҡ ҡаршылай, яҡындары һәм туғандары, таныштары һәм таныш булмаған кешеләр менән бергәләшеп бай      рам табынын уртаҡлаша.

Өфө мосолмандары ҡалабыҙҙың тормошонда ихлас ҡатнаша, уларҙың эшмәкәрлеге милли мәҙәниәткә, йола һәм ғөрөф-ғәҙәттәргә, шәфҡәтлелеккә һәм изгелеккә ихтирамлы, ҡәҙер-хөрмәтле мөнәсәбәт өлгөһө булып тора.  

Беҙҙең уртаҡ еребеҙҙә һәр ваҡыт тыныслыҡ һәм татыулыҡ, үҙ-ара ихтирам һәм берҙәм хеҙмәт юғары баһаланды. Граждандар һәм дини конфессиялар теләктәшлеге традициялары һәм ҡалабыҙҙың ошоно ихтыяр итеүсе мосолман өммәте иң ҙур баһаға лайыҡ.

Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, рухи таҙарыныу, яңы изге эштәр һәм барлыҡ изге эштәрегеҙҙә һәм башланғыстарығыҙҙа уңыштар теләйем.

Ураҙа байрамы яҡты һәм шатлыҡлы булһын, йорттарығыҙға йылылыҡ һәм татыулыҡ килтерһен!

 

Башҡортостан Республикаһы

Өфө ҡалаһы ҡала округы

Хакимиәте башлығы                                                                              И.И.Ялалов


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA