Горький урамында “Тура бәйләнеш” барышында Ирек Ялалов ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырыу буйынса эш башланды

5 июндә “Вся Уфа” телеканалында “Тура бәйләнеш” барышында Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялаловҡа Горький урамының 47-се йортонда урынлашҡан Ҡала клиника дауаханаһының травмпункты бинаһы эргәһендәге йәйәү йөрөү юлын төҙөкләндереү буйынса Орджоникидзе районы халҡы мөрәжәғәт иткәйне.

Үткән йылда бында юлды ремонлағайнылар, ә 2018 йылдың 7 июнендә “Тура бәйләнеш” һөҙөмтәләре буйынса Орджоникидзе районының төҙөкләндереү һәм хеҙмәтләндереү идаралығы көсө менән Ҡала клиника дауаханыһының травмпункты эргәһендәге тротуарҙы ремонтлау башланды.

Әлеге ваҡытта 90 квадрат метрҙан ашыуыраҡ урында 15 тонна асфальт һалынған да инде.

Дөйөм алғанда “Тура бәйләнеш”кә килгән һорауҙарҙың һәр береһе айырым контролгә алынған. Ҡала хакимиәтенең рәсми сайтында тура эфир барышында ҡуйылған бурыстарҙың үтәлеше даими рәүештә яҡтыртылып барыласаҡ.

Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA