Еңеү паркында сик һаҡсыларына арналған мемориаль комплекс асылды

26 майҙа Сик һаҡсылары көнө алдынан һәм Рәсәйҙә сик буйы ғәскәрҙәре ойошторолоуға 100 йыл тулыуға ҡарата Өфөләге Еңеү паркында сик һаҡсыларына арналған мемориаль комплекс асыу тантанаһы үтте.
26 майҙа Сик һаҡсылары көнө алдынан һәм Рәсәйҙә сик буйы ғәскәрҙәре ойошторолоуға 100 йыл тулыуға ҡарата Өфөләге Еңеү паркында сик һаҡсыларына арналған мемориаль комплекс асыу тантанаһы үтте. Өфө скульпторы Хәлит Ғәлиуллин һәйкәлдең эскизы өҫтөндә 4 ай буйы эшләгән. Бейеклеге 4 метрлыҡ һәм ауырлығы 250 килограмлыҡ композиция композит полимерҙан башҡарылған. Проект авторы скульптура 50 йылға иҫәпләнгән тип вәғәҙәләй. Яңы мемориаль комплекс йәштәргә Рәсәй һәм совет һалдаттарының эше, ҡаһарманлығы хаҡында күберәк мәғлүмәт бирер, уларҙың ҡыҙыҡһыныуын арттырыр, тигән ышаныста ойоштороусылар.
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA