Ғаилә йылына бағышланған күңел асыу сараһы үтте

Мостай Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһында 3А синыфында Ғаилә йылына арнап атай- әсәйҙәр менән берлектә, шау –гөр килеп шиғыр байрамы үтте. Башҡортостандың халыҡ шағиры, С.Юлаев исемендәге премия лауреаты Рәми Ғарипов шиғырҙарын һөйләүҙә уҡыусылар ғына түгел, атай – әсәйҙәр ҙә бик теләп ҡатнашты.

А.Р.Мортаева, Г.А.Ҡорбанғолова, Г.Ф.Нурмөхәмәтова, С.Ф.Ғәлимуллин һөйләгән шиғырҙарҙы барыһы ла тын ҡалып ихлас тыңланы.

Э.Ә.Бәхтигәрәева, С.Х.Фазлыева, А.Х.Абдуллина, Г.М.Ҡолтаева, Гөлдәр һәм Руслан Латыповтар ятлаған шиғырҙарҙы телефон аша тыңлау уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

Регина һәм Тимур Халфиндар, А.С. Шәйхисламов әҙерләгән видеояҙмаларҙы барыһы ла кинәнеп ҡараны. Һәр уҡыусының сәхнәгә сығып ҙур тулҡынланыу менән Рәми Ғариповтың шиғырҙарын төрлө телдә башҡарыуы барыһының да күңелендә ғорурланыу тойғоһо уятты.

Карина Бәхтигәрәева үҙе ижад иткән «Минең ғаиләм» шиғыры менән сығыш яһауы сараға матур төҫ өҫтәне. Байрам Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғәриповтың «Туған тел» шиғыры флешмобы менән тамамланды.